Хәүефһеҙлек
3 Октября , 12:05

44 йәшлек водителдең ғүмере өҙөлгән

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ: тиҙлек режимын арттырмағыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ!

Добавить в предпочтительные источники Google
44 йәшлек водителдең ғүмере өҙөлгән44 йәшлек водителдең ғүмере өҙөлгән
44 йәшлек водителдең ғүмере өҙөлгән
Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, юл-транспорт ваҡиғаһы кисә кис Өфөнөң Көнбайыш урау юлының 45-се километрында булған.
Благовещендан Өфөгә табан китеп барған Nissan Juke автомобиленең 44 йәшлек водителе 62 йәшлек водитель идара иткән Mitsubishi автомобилен уҙып китергә маташҡанда 
бәрелешә.
"Авария һөҙөмтәһендә Nissan Juke водителе ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәттәре килеп еткәнсе ваҡиға урынында һәләк булған", - тип хәбәр итәләр Башҡортостан ЮХХДИ-һында.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ: тиҙлек режимын арттырмағыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Сығанаҡ: "Башинформ".
 
Автор:Карима Усманова