Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
25 Июль 2019, 20:30

Илсөя Бәҙретдинова ҡыҙын Африка егетенә биргәнме?

Танылған йырсы Илсөя Бәҙретдинованың төркөмөндә төрлә милләт халыҡтары бар – башҡорт та, Африка кешеһе лә... Тап ошоға бәйле был көндәрҙә халыҡ араһында төрлө имеш-мимеш йөрөй. Берәүҙәре, Илсөя ҡыҙын ҡара тәнле кешегә кейәүгә биргәнме әллә, тип ҡыҙыҡһына. Ә хәл былай булған.

Баҡтиһәң, Африка егете Оливер Мбвебве Камилә исемле татар ҡыҙына өйләнгән. Был хаҡта Инстаграмм сәхифәһендә лә яҙылған. Унда кейәү егете: "Яратам һине, һөйгәнем Камилә", – тип һөйөүен белдергән.

Яңы ғаилә ҡорған йәштәргә, әлбиттә, матур теләктәр юллайһың. Кешеләр уларға: "Мөхәббәт сиктәрҙе белмәй", "Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ", – тигән ихлас тәбрик һүҙҙәрен белдергән.

Беҙ ҙә йәштәргә аҡ юлдар теләйбеҙ!

Фото: йырсының шәхси сәхифәһенән.
Читайте нас: