Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
27 Июль 2020, 15:00

“Бер түгел, ике ғаиләне емерҙем...”

"Элекке ҡатыным менән Гүзәлдең ире дуҫлашты ла китте. Улар бик яҡшы аралаша хәҙер. Тик мин уларҙы ғәйепләй алмайым. Тормош – ҡуласа..."

Бер уйлаһаң, йәш тә түгел Марат. Күптән түгел дүртенсе тиҫтәһен тултырған ир үҙе ҡылған ғәмәлгә хәҙер иҫе китеп аптырай.
“Бәхетле тормош өсөн барыһы ла бар ине бит. Юҡ, ниңә миңә, мәктәп мөхәббәтем тип, башкөллө хистәр донъяһына сумырға ине?! Йәш түгелмен бит инде, үҙем күптән атаймын...”
Марат терһәген тешләрҙәй булған да хәҙер, тик һуң инде. “Һигеҙенсе класта уҡығанда Гүзәлгә ғашиҡ булғайным. Ҡап-ҡара сәсле, зәңгәр күҙле, һомғол, оҙон буйлы ҡыҙға ул саҡта мин генә иғтибар итмәгәнмендер, моғайын. Был, ысынлап та, мөхәббәт ине. Икебеҙ энә менән еп кеүек гел бергә йөрөнөк. Мәктәптәге һуңғы ҡыңғырау яңғырағанға тиклем осраштыҡ, хатта ошонан һуң бергә йәшәү хаҡында һүҙ ҙә ҡуҙғатҡайныҡ. Тик юғары уҡыу йортона инеп өлгөрмәнем, әрме хеҙмәтенә алдылар, – тип һөйләй ир. - Ошо йылдар мине харап итте лә. Ниңәлер Гүзәл минең әрменән ҡайтҡанды көтөп торманы, үҙенән биш-алты йәшкә оло кешегә кейәүгә сыҡты ла, Себер тарафтарына юлланды. Аҙаҡ таныштарым уның иренең яҡшы ғына урында эшләүе, Гүзәлдең дә тормошонан ҡәнәғәт булыуы хаҡында һөйләне. Ә мин ике йылдан һуң, яратҡан ҡыҙыма үс итеп, унан да матурыраҡ, уҡымышлыраҡ, яҡшы ғаиләнән булған Зәлифәгә өйләндем. Бына тигән ҡыҙыбыҙ менән улыбыҙ тыуҙы. Тулы бәхет өсөн бөтәһе лә бар ине”.
Ошо йәшлек ваҡиғаларынан һуң егерме йылдан ашыу ваҡыт үткән. Тик бер осрашыу ирҙең тормошон бөтөнләй үҙгәрткән.
“Беренсе мөхәббәтем Гүзәлде үҙебеҙҙең ҡалалағы магазинда, касса эргәһендә осраттым. Башта үҙ күҙҙәремә ышанманым. Ул артыҡ төҫ ташламаған, йәш саҡтағы кеүек һомғол буйлы ине. Ә күҙҙәре зәңгәр күл кеүек үҙенә тартты. “Ул Себерҙә йәшәй бит әле”, – тип уйлап алдым да, элекке класташыма өндәшергә йөрьәт иттем. Баҡтиһәң, ул күптән ғаиләһе менән тыуған яҡҡа ҡайтҡан һәм сирле әсәһен ҡарай икән”, – ти ир.
Ир менән ҡатын бер-береһенең телефон һандарын алышҡан да, таралышҡан. Тик хәҙер интернет заманы бит. Аралашыу социаль селтәрҙә дауам иткән, артабан әкренләп кенә кафела осрашыуҙарға күскән.
Күп тә үтмәй, элекке мөхәббәт тағы гөрләп “тоҡанған”. Был “эш”те тәүҙә Гүзәлдең ире һиҙеп ҡалған. Ул оҙаҡ уйлап тормаған, ҡатыны менән иренең нисек аралашыуын Мараттың ҡатынының социаль селтәрҙәге сәхифәһенә ебәргән. “Минең менән һөйләшеп, хәлде асыҡлап та тормаған, исмаһам”, – тип үкенә хәҙер әзмәүерҙәй ир.
“Һөҙөмтәлә, Гүзәл дә, мин дә икенсе яртыбыҙ менән айырылыштыҡ. Тик бына беренсе мөхәббәтем менән бергә йәшәй алманыҡ, уның менән тормош бер нисек тә килеп сыҡманы. Нисек хистәребеҙ уянды, шул тиҙлектә үк улар юҡҡа сыҡты ла. Ә бына элекке ҡатыным менән Гүзәлдең ире дуҫлашты ла китте. Улар бик яҡшы аралаша хәҙер. Мин уларҙы бер нимәлә лә ғәйепләй алмайым. Өҫтәүенә бергәләшеп һөйләшергә хәҙер уларҙың уртаҡ “тема”һы ла бар. Был, әлбиттә, мине лә, Гүзәлде лә кәмһетеү була, тик ҡалайтаһың, тормош – ҡуласа... Шулай итеп, ике ғаиләне емерҙем, үҙем яңғыҙ тороп ҡалдым, бәхетемдән ҡолаҡ ҡаҡтым...”
Читайте нас в