Эстрадабыҙҙың йәш йондоҙо Гөлназ Асаеваның һөйгән йәре Вилдан Шәмсетдинов (Вилли) ижад буйынса пландары менән уртаҡлашты. Тамашасыны уның Радик Юлъяҡшин менән бәхәсе һәм ниңә селтәр бизнесына киткәне айырыуса ҡыҙыҡһындыра икән.
– “Киләсәктә лә йырлаясаҡһығыҙмы?” – тип һорайҙар. Әлбиттә, дуҫтар! Ижад – тормошомдоң айырылғыһыҙ өлөшө, унһыҙ үҙемде бушап ҡалғандай тоясаҡмын. Ижадты минән бер кем дә тартып ала алмаясаҡ! “Һеҙ хәҙер Гөлназ менән бергә йырлаясаҡһығыҙмы?” – тип ҡыҙыҡһыналар. Дуэт булырға йыйынмайбыҙ: уның йыр тыуҙырыуға үҙ ҡарашы, ә минең – үҙемдеке, – тип яҙған Вилдан.
Уның социаль селтәрҙәге төркөмөнә яҙылғандар йәш йырсының ниндәй исем аҫтында сығыш яһаясағы менән дә ҡыҙыҡһынған. Был һорауға яуап шундай: милли сәхнәлә үҙенең исеме – Вилдан Шәмсетдинов – менән сығыш яһаясаҡ.
“Гөлназды яратаһыңмы?” – тип тә һорағандар. "Һис шикһеҙ!" – тип яуаплаған Вилдан.
Билдәле булыуынса, йәш йырсылар быйыл күптән түгел никахлашты. Вилдан Шәмсетдинов “Элвин Грей” лейблында торған. Йәштәрҙең никахынан һуң Вилли менән Радик Юлъяҡшиндың араһы боҙолдо.