Баҡтиһәң, видеояҙмалағы йәштәр – Әлиә һәм Илһам Әминевтар. Иҫ киткес һылыу ҡыҙ Сибай ҡалаһынан, ә батыр егет Баймаҡ районынан икән. Йәштәр Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында танышҡан. Тик Илһам мәктәпте тамамлағандан һуң, уларҙың юлдары айырыла. Алты йыл үткәс, 2021 йылда, егет социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙға беренсе булып яҙа. Тәүҙә Әлиә осрашыуҙан баш тарта, әммә һуңынан ризалаша. “Мин осрашырға теләмәгәйнем, ә әсәйем сығырға ҡуша ине. Шул ваҡыттан инде Илһам менән гел бергәбеҙ”, – тип бәхетле йылмая Әлиә.
Былтыр йәштәр никах уҡытҡан, ә быйыл иһә гөрләтеп туй үткәргән. Әйткәндәй, Әлиә – билдәле яҙыусы, журналист Миләүшә Ҡаһарманованың ҡыҙы.
Матур башҡорт ғаиләһенә бәхетле тормош теләйбеҙ! Шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, бергә-бергә оҙон ғүмер кисерергә яҙһын!
Видео: Диана Шөғәйепова.