

"Әй Йола" музыкаль төркөмө популяр булып киткәс, уның йырсыһы Адель Шәйхетдиноваға ла иғтибар артты. Ҡыҙ, миңә күптәр кейәүгә сығырға тәҡдим итә, ти ине шаярып-көлөп. Әммә май башында уҡ ул үҙенең "принц"ын табыуын белдереп, егете менән машинала ултырған килеш балдаҡтарын күрһәтеп төшкән фотоһын баҫтырҙы.
Ҡыҙҙың атаһы Руслан Шәйхетдинов уның һайлауын хуплап, "принцты ул үҙе һайланы, ул бик лайыҡлы кеше, бәхетле булһындар" тине.
Бөгөн Адель никахын теркәткән. Йырсы туйҙы киләһе йәйгә планлаштырыуҙарын, әлегә күлдәк кенә һайлап ҡуйыуын әйткәйне.
Кейәүе - Алексей Хәйеров. Ул Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған, Рәсәй Студенттар спорт клубтары ассоциацияһы форумдарында сығыш яһаған.
Йәштәргә бәхет теләйбеҙ!
Фото: "Әй Йола" музыкаль төркөмөнөң, А. Шәйхетдинова һәм А. Хәйеровтың шәхси архивтарынан.