Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
28 Сентябрь 2019, 17:22

Эшләп ҡарағыҙ әле!

Бутерброд, шаурма йәки ҡоймаҡҡа төрөп ашау өсөн бик тәмле, күңелгә ятып торған шәп ризыҡ тәҡдим итәбеҙ.

Фото: ne-dieta.ru
Фото: ne-dieta.ru
Шөкөр, быйыл баҡсалар мул уңышы менән ҡыуандырҙы, йәшелсә, емеш-еләккә лә туйындыҡ. Әле уңған хужабикәләр ҡышҡылыҡҡа салаттарҙы күпләп әҙерләй. Тәҡдим итәсәк икраны икмәккә яғып та, ҡоймаҡҡа төрөп тә ашап була.


Шулай итеп, икра өсөн берәр килограмм помидор менән алма, яртышар килограмм кишер, татлы борос һәм һуған, 4-5 тырнаҡ һарымһаҡ, ярты стакан үҫемлек майы, 3 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 4 аш ҡалағы тоҙ, бер ҡуҙаҡлы әсе борос, петрушка, укроп кеүек йәшел тәмләткестәр, бер ҡалаҡ 70 процентлы аш һеркәһе кәрәк буласаҡ.
Йәшелсәләрҙе һәм алманы ит үткәргес аша үткәрергә һәм тәмләткестәр ҡушып ҡайнатырға ҡуйырға. Ярты сәғәт бешергәндән һуң, аш һеркәһе һалырға. Ҡайнар икраны стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡасын ябып, йылы урынға төрөп ҡуйырға.
Читайте нас: