Киске табынға ниҙәр әҙерләнегеҙ, дуҫтар? Үҙ сиратыбыҙҙа һеҙгә бик тәмле һәм туҡлыҡлы аҙыҡ рецебын тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ түңәрәк, күңелегеҙ күтәренке булһын!
Был ризыҡ өсөн беҙгә тел, кишер, һуған, тоҙ, борос, лавр япрағы, желатин кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә телде яй ғына утта 2-4 сәғәт бешерәбеҙ. Әҙер булырға бер сәғәт ҡалғас, тоҙ, кишер, бөрсөк борос, лавр япрағы һалып ҡайнатабыҙ.
Әҙер телде алып, һыуыҡ һыу аҫтында уның тиреһен һыҙырып алабыҙ ҙа һурпала тағы ла биш минут ҡайнатып алабыҙ.
Артабан телде киҫәкләп ҡырҡабыҙ, тәрилкәгә һалабыҙ. Һурпаны һөҙөп, желатинды иретеп, телдең өҫтөнә ҡойоп һыуытырға ҡуябыҙ.
Фото: Provesmirnaladoni.info