Матур үтһен ялығыҙ
18 Декабря 2019, 15:20

Тауыҡ бауырынан салат

Тышта һыуыҡ булһа ла, йортобоҙҙан йылы китмәһен, дуҫтар! Табындарығыҙға муллыҡ теләп, сираттағы рецепты тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!

Тышта һыуыҡ булһа ла, йортобоҙҙан йылы китмәһен, дуҫтар! Табындарығыҙға муллыҡ теләп, сираттағы рецепты тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!
Был салат туҡлыҡлы ла, тәмле лә. Уны әҙерләү өсөн беҙгә 250 грамм тауыҡ бауыры, маринадланған ике ҡыяр, 150 грамм шампиньон бәшмәге, 60 грамм кишер, 60 грамм башлы һуған, 20 грамм әнис, 12 тырнаҡ һарымһаҡ, үҫемлек майы кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә тауыҡ бауырын ваҡлап турайбыҙ. Утта 3-4 минут тирәһе ҡурып алабыҙ. Бәшмәкте нәҙек итеп киҫәбеҙ. Кишерҙе ҡырғыс аша үткәрәбеҙ, һуғанды түңәрәкләп ҡырҡабыҙ. Бөтәһен бергә ҡурабыҙ. Әҙер ҡатнашманы бауырға ҡушабыҙ. Маринадланған ҡыярҙы, әнис менән һарымһаҡты ҡырҡып салатҡа өҫтәп ебәрәбеҙ. Аҙаҡтан һәйбәтләп болғатабыҙ. Бер нисә минуттан өҫтәлгә ҡуйырға ла мөмкин.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Smak.ua
Читайте нас