Матур үтһен ялығыҙ
21 Декабря 2019, 13:10

Эремсектән тәмле бәлеш

Беҙ үҙ рецебыбыҙҙы тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ түңәрәк, кәйефегеҙ шәп булһын, дуҫтар!

Был бәлеште йәһәт кенә бешереп ашарға була. Күп ваҡытты алмай. Бик тәмле лә үҙе.
Тышлыҡ өсөн 120 грамм шәкәр, 300 грамм он, бер сәй ҡалағы йомшартҡыс, өс аш ҡалағы какао, 200 грамм аҡ май алына.
Ә эслеккә 600 грамм эремсек, бер стакан шәкәр, ванилин, ике йомортҡа, бер аш ҡалағы өйөп крахмал кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә какаоны, шәкәрҙе, йомшартҡысты бергә бутайбыҙ. Эре ҡырғыс аша аҡ майҙы үткәреп ҡушабыҙ ҙа һәйбәтләп болғатабыҙ.
Эслеккә тотонабыҙ. Эремсекте, йомортҡаны, шәкәрҙе, ванилинды, крахмалды берләштерәбеҙ.
Формаға пергамент ҡағыҙы йәйеп, тышлыҡтың яртыһын, уның өҫтөнә эслекте йәйеп һалабыҙ. Өсөнсө ҡатына тағы ла тышлыҡ ҡамырын һибәбеҙ. 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 30-35 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Бәлеш әҙер. Сәйегеҙ тәмле булһын!
Фото: Pinterest.ru
Читайте нас