Яңы йыл байрамдары дауам итә: балалар һырғалаҡтарҙа рәхәтләнеп шыуа, саф һауала йөрөй. Әммә ял мәлендә күңелһеҙлектәргә тарыу осраҡтары ла бар. Кисә, мәҫәлән, Өфөлә ике бала һырғалаҡтан эйеп тән йәрәхәттәре алған.
Рәхәтләнеп ял иткән саҡта кәйеф боҙолмаһын өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә етә. Мәҫәлән, балаларҙы махсус йыһазландырылған һырғалаҡтарға ғына алып барырға кәрәк.
Боҙ һындары янында шыуырға рөхсәт итмәгеҙ: тайып йығылырға һәм имгәнергә мөмкин. Шулай уҡ балаларға боҙ скульптураларына менергә ярамағанлығын алдан иҫкәртегеҙ.
Һырғалаҡтан шыуыу өсөн махсус әйберҙәр алырға кәрәк. Шулай уҡ тауҙан баҫып йәки теҙләнеп шыуырға рөхсәт итмәгеҙ.
Тәү ҡарашҡа бик ябай һымаҡ күренгән ҡағиҙәләр ҙә баланы имгәнеүҙән һаҡлауға ҙур өлөш индерер. Ялығыҙ хәүефһеҙ һәм матур үтһен!