Матур үтһен ялығыҙ
26 Января 2020, 14:10

Ҡәһүәнең үҙ серҙәре бар

Уның ҡуйыһын тупраҡҡа һалһаң, гөлөгөҙ шаулап үҫеп китер. Шулай уҡ...

Күптәр һатыуҙағы онталған ҡәһүәне түгел, үҙҙәре ҡул тирмәнендә тарттырылғанды эсергә ярата. Тәмлерәк тә, файҙалыраҡ та, хуш еҫлерәк тә була.
Эскәндән һуң һауыт төбөндә ҡәһүә ҡуйыһы ҡала. Уны гөл төбөнә һалһағыҙ, тупрағы яҡшырыр, үҫентегеҙ шаулап үҫеп китер.
Ҡәһүә ҡуйыһын элек бәләкәй яра өҫтөнә, эренләгән урындарға һалғандар. Ул гастритты ла дауалау көсөнә эйә. Бүлмәләге еҫте бөтөрөргә теләһәгеҙ, ҡәһүә ҡуйыһы һалынған ҡалаҡты бер нисә секунд талғын утта тотоғоҙ.
Фото: Wallhere.com
Читайте нас