Тышта һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы саҡта туңдырма ашағы килә. Уны өйҙә лә өҙерләргә мөмкин. Әйҙәгеҙ, башланыҡ.
Уның өсөн 150 миллилитр һөт, 150 грамм какао, 200 миллилитр ҡуйы һөт (35 процентлы), 200 грамм шәкәр пудраһы, өс йомортҡаның ағы кәрәк буласаҡ.
Башта һөткә какаоны ҡушып, ирегәнсе һәйбәтләп бутайбыҙ. Уға шәкәр өҫтәп, талғын ғына утҡа ҡуябыҙ. Һөт ҡайнарға тейеш. Ҡуйыра башлағансы болғап торабыҙ.
Артабан йомортҡаның ағы менән ҡуйы һөттө туғыйбыҙ. Килеп сыҡҡан массаға шоколад ҡатнашмаһын ҡойоп, миксер менән бутайбыҙ ҙа туңдырма һауытына һалып, тағы ла 50-55 минут тирәһе болғайбыҙ. Шунан контейнерға ҡойоп һыуытҡысҡа ултыртабыҙ. Ярты сәғәт һайын болғап торорға кәрәк - боҙ барлыҡҡа килмәһен өсөн.