Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
28 Ғинуар 2020, 22:15

Сәскә ғүмере бик-бик аҙ ғына...

Шулай ҙа уны оҙайтырға мөмкин. Нисек итеп?

Сәскә гөлләмәләре алыу һәр кемгә лә сикһеҙ шатлыҡ килтерәлер, моғайын. Ләкин уларҙың ҡыҫҡа ғүмерле булыуы күңелде ҡыра. Бигерәк тә раузалар тиҙ бирешә.
Шулай ҙа һәр сәскәнең ғүмерен оҙайтырға мөмкин. Бының өсөн, мәҫәлән, шул уҡ раузаларҙың һабаҡтарын мөмкин тиклем оҙонораҡ ҡыялатып ҡырҡырға, һыу аҫтында ҡала торған һабаҡтарын алып ташларға, көн һайын һыуын алмаштырырға һәм ботағын тағы ла әҙерәк ҡырҡырға кәрәк. Ә төнгөлөккә гөлләмәне һыулы гәзиткә төрөп, мөмкин тиклем ҙурыраҡ биҙрәгә ултыртып ҡуйыу мөһим. Сәскәнең ни ҡәҙәр ҙурыраҡ өлөшө һыуҙа булһа, ул шул ҡәҙәр дымға туйынасаҡ. Һыулы гәзит тә сәскәләрҙе һулыуҙан һаҡлай.
Ошондай ысул менән хатта рауза сәскәләрен башын эйеп һулый башлағас та ҡотҡарып алып ҡалырға мөмкин. Сәскә һатыусылар теле менән әйткәндә, төнгөлөккә “реанимацияға” ғына ҡуйырға кәрәк. Күрерһегеҙ, иртәгәһенә сәскәләрегеҙ яңы өҙөлгән кеүек буласаҡ.
Хризантема һабаҡтарын бысаҡ менән ҡырҡырға түгел, ә ҡул менән иҙеп йомшартырға кәрәк.
Лилиәләрҙе вазаға ҡуйыр алдынан һабаҡтарын бер нисә минутҡа ҡайнар һыуға (60 градус тирәһе) тығып алығыҙ. Уртаһындағы һеркә япрағын алып ташлаһаң, ул оҙағыраҡ тора.
Сәскәләрҙе ҡуйған ваза эстән лайлаланмаһын өсөн төбөнә баҡыр аҡса һалып ҡалдырырға була. Шулай уҡ бер төймә аспирин йәки 1 литр һыу иҫәбенә 1 аш ҡалағы һеркә һалып ҡалдырһаң да, гөлләмәгеҙ оҙон ғүмерле булыр. Тик бындай һыуҙы көн дә түгел, ә ике-өс көнгә бер алмаштырырға кәрәк. Яңынан һыу тултырыр алдынан вазаны ныҡлап йыуырға онотмағыҙ.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас в