Өҫтәлегеҙгә - йәм, һәр кемгә яҡшы кәйеф өҫтәр салат рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!
Уның өсөн тауыҡтың 400 грамм түш ите, 300 грамм бәшмәк (шампиньон), 200 грамм сыр, өс йомортҡа, бер һуған, 3-4 аш ҡалағы үҫемлек майы, грек сәтләүеге кәрәк.
Тәүҙә тауыҡ итен бешереп, ваҡлап турайбыҙ. Бешкән йомортҡаларҙы ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Бәшмәкте йыуып, киптереп ваҡлайбыҙ. Һуғанды ярым түңәрәк итеп киҫеп, табала ҡыҙҙырабыҙ. Уға бәшмәкте өҫтәп, тағы ла әҙер булғансы быҡтырабыҙ.
Сырҙы ла ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Унан салатты ҡатлап һала башлайбыҙ: тауыҡ ите, майонез, йомортҡа, майонез, ҡыҙҙырылған бәшмәк һәм һуған, майонез, ҡырылған сыр.
Өҫтөн йомортҡа, йәшел һуған менән биҙәп, табынға ҡуябыҙ.