Ял көнөндәге мул табынығыҙға ошондай бәлеш рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, эштәрегеҙ уң булһын, дуҫтар!
Был ризыҡты әҙерләү өсөн 200 грамм эремсек, өс аш ҡалағы ҡаймаҡ, биш йомортҡа, 2,5 стакан он, 1,5 аш ҡалағы шәкәр, тоҙ, ярты кәбеҫтә, ярты һуған, ике сәй ҡалағы йомшартҡыс, аҡ май, өс аш ҡалағы үҫемлек майы кәрәк.
Тәүҙә эслек әҙерләйбеҙ. Кәбеҫтәне ваҡ итеп турап, һуған ҡушабыҙ. Ошо ҡатнашманы аҙ ғына үҫемлек майы ҡойолған табаға һалып, талғын утта ҡыҙҙырабыҙ. Өс йомортҡаны бешереп, һыуытып, турайбыҙ. Уны ҡыҙҙырылған кәбеҫтә менән бергә бутайбыҙ. Ваҡланған әнис ҡушабыҙ. Эслек ҡорораҡ булһа, аҡ майҙы иретеп һалырға мөмкин.
Хәҙер ҡамырға тотонабыҙ. Ике йомортҡаны, эремсекте, ҡаймаҡ, тоҙ, шәкәрҙе һәйбәтләп болғатабыҙ. Шунан он ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Уны полиэтилен ҡапҡа һалып, 40 минутҡа өҫтәлдә ҡалдырабыҙ.
Артабан ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп йәйәбеҙ. Формаға пергамент ҡағыҙы түшәп, йәйелгән ҡамырға эслек һалып, өҫтөн ҡамырҙың йәйелгән икенсе өлөшө менән ҡаплайбыҙ. Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 25-30 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ. Бәлеш әҙер булғас, аҡ май һөртөп, ҡағыҙға урап, таҫтамал ябабыҙ. Шунан ярты сәғәттән һуң табынға ҡуйырға мөмкин.