Мул һәм матур табын - яҡшы кәйеф сығанағы. Уға ошондай үҙенсәлекле ризыҡты ла өҫтәп ебәрергә тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, ял көнөгөҙ йәмле булһын, дуҫтар!
Әҙерләү өсөн бер багет, бер аш ҡалағы әлиф майы, бер стакан моцарелла сыры, бәшмәк, болгар боросо, салями колбасаһы, тоҙ, борос, орегано тәмләткесе кәрәк.
Мейесте 200 градусҡа тиклем йылытабыҙ. Багетты оҙонса итеп уртаға ҡырҡабыҙ. Уларҙы фольга йәйелгән формаға теҙеп, әлиф майы менән майлап, 5-6 минут тирәһе мейестә тотоп алабыҙ. Шунан багетҡа соус, ҡырылған сыр һибәбеҙ ҙә ваҡлап киҫелгән колбаса, бәшмәк, болгар боросо һалабыҙ. Ҡалған сырҙы һибеп, тоҙлап, борослап, орегано тәмләткесе һалып, пиццаны мейестә 10-12 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Әҙер ризыҡты өҫтәлгә ҡуйырға мөмкин.