Итле табын - муллыҡ билдәһе. Ошолай әҙерләнгән ризыҡты һәр беребеҙ яраталыр. Ашығыҙ тәмле, кәйефегеҙ күтәренке булһын, дуҫтар!
Әҙерләү өсөн ике килограмм һарыҡ ите, бер килограмм картуф, ике баш һуған, тоҙ, үҫемлек майы, кориандр, зира, борос кәрәк.
Тәүҙә итте киҫәктәргә бүлеп, тоҙлап, бер сәғәткә ҡалдырабыҙ. Шунан йыуабыҙ. Артабан картуфты таҙартып, ҡаҙанда үҫемлек майында ҡыҙҙырабыҙ. Әҙер булғас, алабыҙ ҙа шул уҡ майҙа итте ҡыҙҙырабыҙ. Һыу өҫтәп, бер сәғәт талғын утта быҡтырабыҙ. Иттең өҫтөнә ҡыҙҙырылған һуғанды, картуфты һалабыҙ. Ярты литр һыу өҫтәп, тоҙлап, борослап, 1-1,5 сәғәт ҡапҡасын ябып бешерәбеҙ.