Был аҙнала иң яҡын дуҫығыҙ менән аралашыу өсөн ваҡыт табығыҙ. Карьера, сәфәрҙәр һәм командировкалар өсөн уңышлы осор. Иң мөһиме – етәкселек менән һүҙгә килмәгеҙ.
Әүҙем эш менән шөғөлләнергә кәңәш ителә. Шул саҡта шикле, сәйер эш-ғәмәлдәргә ваҡытығыҙ ҡалмаҫ. Кесе йомала яңы эш башламаҫҡа кәңәш ителә, һөҙөмтәһе ҡыуандырмаҫ.
Бик ҡыҙыҡлы, табышлы һәм һөҙөмтәле аҙна көтөлә. Ҡайһы саҡта дөйөм ҡағиҙәләрҙән тайпылырға ла кәрәктер, шул саҡта маҡсатығыҙға мотлаҡ өлгәшерһегеҙ.
Аҙна барышында үҙегеҙгә иғтибарҙы йәлеп итмәҫкә тырышығыҙ. Ваҡыт барыһын да үҙ урынына ҡуйыр, тәғәйен мәлдә бөтә мәсьәләләрҙе бер юлы хәл итерһегеҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр осоро башланыр.
Һөнәри оҫталыҡҡа һынау тоторға тура килер. Иңегеҙгә яуаплылыҡ алыуҙан ҡурҡмағыҙ. Мөһим мәғлүмәтте үткәреп ебәрмәү өсөн яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ.
Был осорҙо эргәгеҙҙәге кешеләргә түгел, ә үҙегеҙгә арнарға тырышығыҙ. Аҙна башында алынған мәғлүмәттең дөрөҫ булмауы йәки һеҙҙе күрәләтә алдарға маташыуҙары ихтимал.
Үҙегеҙгә хас алымдар менән эш итегеҙ. Дүшәмбе ваҡсыл, үҙ һүҙле булмағыҙ. Ял көндәрендә тормошоғоҙҙа шатлыҡлы ваҡиға көтөлә, яңы урынға күсерһегеҙ, бәлки.
Уңышлы аҙнаны файҙаланып ҡалығыҙ. Яңы проекттарҙан, сәфәрҙән баш тартмағыҙ. Башҡаларҙың фекеренә ҡолаҡ һалмаҫҡа тырышығыҙ, эске тойомлауығыҙға иғтибар итегеҙ.
Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙән ҡотолоп, иңегеҙгә яңы бурыстар алырға әҙерһегеҙ. Башланғыстарығыҙҙы етәкселек тә, яҡындарығыҙ ҙа хуплар. Кесе йомала эш урынында тикшереүҙәре ихтимал, әҙер булығыҙ.
Дөйөм алғанда, аҙна тыныс булмаҡсы. Тик шишәмбе бер аҙ көсөргәнешле үтер. Сетерекле ваҡиғаларҙа күҙәтеүсе генә булып ҡалырға тырышығыҙ.
Был аҙнала мөһим ваҡиғалар эшегеҙгә һәм һаулығығыҙға ҡағылыр, моғайын. Дүшәмбе аралашыуҙарҙы сикләргә кәңәш ителә. Интернетта оҙаҡ ултырмағыҙ, социаль селтәрҙә бәхәскә инмәгеҙ.
Аҙнаның тәүге яртыһында тура һүҙегеҙ, тәнҡитегеҙ менән кемдеңдер кәйефен төшөрөүегеҙ бар, шуға күрә үҙегеҙҙе тыныс тоторға тырышығыҙ.