Милли проекттар
25 Июня 2019, 06:28

Музей-театрҙарҙы ни көтә?

Хөкүмәттең закон проектлау эшмәкәрлеге комиссияһы ошо көндәрҙә төбәк йәки муниципаль музейҙар, театрҙар һәм китапханалар табышына һалымды юҡҡа сығарған закон проектын хупланы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Хөкүмәттең закон проектлау эшмәкәрлеге комиссияһы ошо көндәрҙә төбәк йәки муниципаль музейҙар, театрҙар һәм китапханалар табышына һалымды юҡҡа сығарған закон проектын хупланы.


Документ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең айырым положениеларын тормошҡа ашырыу маҡсатында Финанс министрлығы тарафынан тәҡдим ителгәйне. Мөһим проект Һалым кодексының байтаҡ положениеларына ҡағыла. Ул төбәк йәки муниципаль музей, театр, китапханалар килеменә, белем биреү һәм медицина эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән ойошмалар табышына һалымдың нуль ставкаһын билдәләүҙе күҙ уңында тота.

Читайте нас