Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Июнь 2019, 21:50

Юл төҙөкләндерелә

Быйыл Башҡортостандың өс районында урындағы ҡаҙна һәм республиканың Юл фонды аҡсаһы иҫәбенә бер нисә юл участкаһы төҙөкләндерелә.

Фото: utv.ru
Фото: utv.ru
Быйыл Башҡортостандың өс районында урындағы ҡаҙна һәм республиканың Юл фонды аҡсаһы иҫәбенә бер нисә юл участкаһы төҙөкләндерелә.
Субсидияны Федоровка, Стәрлебаш һәм Миәкә райондары алды.


Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Федоровка районында — Кирюшкин ауылындағы һөтсөлөк фермаһына илткән юл, Федоровка ауылында Ленин һәм Коммунистик урамдар, Стәрлебаш районында иһә — Йәлембәт-Түбәнге Шәкәр юлы, Борисовка ауылына инеү юлы, Стәрлебаш ауылында Шамил Рәхмәтуллин һәм Гагарин урамдары, Тәтер-Арыҫлан ауылында Карл Маркс урамы, Миәкә районында Шатмантамаҡ-Исламғол юлы, Көсөгән ауылында Көньяҡ, Йылға, Ялан, Яңы, Тыныслыҡ, Тау урамдары, Йәнәби-Урсай ауылында Мәктәп, Дуҫлыҡ, Ялан, Тыныслыҡ, Төхвәт Йәнәби, Йылға, Ҡояшлы, Яр буйы урамдары, Боғҙан ауылында Совет, Яңы, Аръяҡ урамдары, Тамъян-Таймаҫ ауылында Аръяҡ, Мәжит Ғафури, Болон урамдары, Кесе Кәркәле ауылындағы юлдар һәм ҡайһы бер башҡа объекттар капиталь төҙөкләндереләсәк.
Читайте нас: