Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Июль 2019, 13:03

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте": Миәкәлә ниндәй ниәттәр?

Рәсәй Президенты ҡуйған бурысҡа ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты илде иҡтисади яҡтан үҫтереүҙең ныҡлы нигеҙе булырға тейеш.

Фото: miyaki.bashkortostan.ru
Фото: miyaki.bashkortostan.ru
Рәсәй Президенты ҡуйған бурысҡа ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты илде иҡтисади яҡтан үҫтереүҙең ныҡлы нигеҙе булырға тейеш.


Был проект нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ ҡылыу менән бер рәттән, һуңғы айҙарҙа район-ҡалалар хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Барыһын да кәңәшләшеп, уртаҡ маҡсат ҡороп алып барыу власҡа ла, йүнселдәргә лә, халыҡҡа ла уңайлы, төбәк үҫеше өсөн дә отошло.


Миәкә районы хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы вәкилдәре лә ҡатнашты. Сарала ике проект ҡаралды. Улар – урында ит эшкәртеү, полуфабрикаттар етештереү буйынса цех ойоштороу, шулай уҡ төҙөлөш материалдары етештерә башлау.


Хакимиәт башлығы Ришат Айтуғанов һөйләшеү һөҙөмтәһе буйынса яуаплы кешеләргә тейешле күрһәтмәләр бирҙе.
Читайте нас: