Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Июль 2019, 14:27

Ғәлиәхмәттә – яңы ФАП

Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төбәктә тәүгеләрҙән булып яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Фотолар Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.
Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төбәктә тәүгеләрҙән булып яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.


Ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов, Аҡъяр район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илшат Рысҡужин һәм Аҡъюл ауыл биләмәһе башлығы Буранбай Илбәҡов килде.


– Районда беренселәрҙән булып Ғәлиәхмәттә заман талаптарына яуап биргән өр-яңы медицина учреждениеһы асылды. Был бигерәк тә оло йәштәгеләр өсөн уңайлы: уларға хәҙер район үҙәгенә барырға кәрәкмәй, бында бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Шулай ҙа мин бында йыш килмәҫкә кәңәш итер инем, сир барығыҙҙы ла урап үтһен, һау-сәләмәт булығыҙ! – тине үҙ сығышында Раил Хазморат улы.


Фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу ғәлиәхмәттәр өсөн ысын мәғәнәһендә оло байрамға әйләнде. Тантаналы саранан һуң ауыл халҡы рәхәтләнеп концерт номерҙары ҡараны, теләүселәр төрлө спорт ярыштарында ҡатнашты.