Иҫке Сибай ауылы биләмәһе башлығы Әнисә Ғәлина белдереүенсә, улар бергәләшеп дүрт мең төп ылыҫлы ағас үҫентеләре ултыртҡан. Сибай һәм Баймаҡ урман хужалыҡтары филиалдары, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, урындағы депутаттар, Әһлей Сөләймәнов исемендәге музыка мәктәбе коллективы һәм ауыл халҡы өмәлә әүҙем ҡатнашҡан.