Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Ноябрь 2019, 20:10

Егәлгәне барып күр!

Көньяҡ Уралда яңы милли парк барлыҡҡа киләсәк.

Көньяҡ Уралда “Егәлгә” тип аталған милли парк барлыҡҡа киләсәк. Был туралағы ҡарарға Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы.
Яңы объекттың ҙур өлөшө Силәбе өлкәһенең Ҡатау-Иванов районында, икенсе бәләкәйерәк өлөшө Башҡортостан биләмәһендә урынлашасаҡ. Дөйөм майҙаны – 45 мең гектар. Яңы парк быйыл “Экология” милли проектына ярашлы булдырылған тәүге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе буласаҡ.
Ил Хөкүмәте рәйесе белдереүенсә, яңы милли парк булдырыу Рәсәйҙә туризмды, шул иҫәптән экологик туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
"Бында үҙенсәлекле урман тәбиғәте комплексы. Күп үҫемлектәр һәм йәнлектәр “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән. Һәм был урындар һәр ваҡыт туристарҙы йәлеп итеп торҙо, – ти Дмитрий Медведев. – Хәҙер бында экологик туризмды үҫтереү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр барлыҡҡа килде. Бының өсөн инфраструктура булдырыласаҡ, яңы эш урындары асыласаҡ".
Вице-премьер Алексей Гордеев белдереүенсә, “Егәлгә” милли паркы Көньяҡ Уралдың үҙенсәлекле ландшафтын, үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһын һаҡлауҙа ярҙам итәсәк.
Билдәле булыуынса, Егәлгә – Көньяҡ Уралда Йүрүҙән йылғаһының һул ярындағы тау һырты. Ул Силәбе өлкәһенең Ҡатау-Ивановск районының көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Егәлгәнең көньяҡ сиге – Ҙур Шолом һыртының иң юғары нөктәһе (1427 метр) Башҡортостандың Белорет районында Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан.
Фото: "Башинформ"
Читайте нас в