Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Декабрь 2019, 19:15

"Экология" милли проекты сиктәрендә шыршыларҙы һаҡлау операцияһы үтә

Декабрь айы - мәшәҡәтле мәл. Халыҡ мәж килеп Яңы йыл байрамына әҙерләнә башлай. Күптәр өйҙәренә шыршы ултырта. Тик бына ошо ҡупшы ағас байрам йәмен ебәрмәһен өсөн ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк.

Декабрь айы - мәшәҡәтле мәл. Халыҡ мәж килеп Яңы йыл байрамына әҙерләнә башлай. Күптәр өйҙәренә шыршы ултырта. Тик бына ошо ҡупшы ағас байрам йәмен ебәрмәһен өсөн ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк. Был турала республиканың Урман хужалығы министрлығы иҫкәртә.
Ғөмүмән, 25 ноябрҙән 31 декабргә тиклем республикала “Шыршы-2019” иҫкәртеү операцияһы иғлан ителде. Был - шыршыны законһыҙ ҡырҡыуға ҡаршы башҡарылған эш.
Урман хужалығы министрлығының инспекторҙары Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, "Гостехнадзор" инспекцияһы вәкилдәре менән берлектә йәш ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыу осраҡтарын иҫкәртеү өсөн урмандарға сығасаҡ, Яңы йыл шыршыларын ташыған машиналарҙы тикшерәсәк. Шулай уҡ һалым хеҙмәте вәкилдәре менән бергә был ағастарҙы законһыҙ әҙерләп һатыу осраҡтарын иҫкәртеү өсөн уларҙы һатҡан урындарға рейдтар ҙа үткәреләсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ағасты законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Яза кимәле килтерелгән зыянға ҡарап билдәләнә. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 8.28-се статьяһына ярашлы, ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡҡан өсөн түбәндәге штраф билдәләнгән: граждандарға – өс меңдән дүрт мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә - 20 меңдән 40 мең һумғаса һәм ойошмаларға – 200 мең һумдан 300 мең һумғаса. Штрафтан тыш, закон боҙоусы урман фондына килтерелгән зыянды ла ҡапларға тейеш. Әгәр зыян күләме биш мең һум һәм унан да юғарыраҡ икән, тимәк, һеҙгә Рәсәй Енәйәт кодексының 260-сы статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығы янай. Был статья буйынса максималь яза – алты йылға тиклем иректән мәхрүм итеү.
Күренеүенсә, яуаплылыҡ бик ҙур. Шуға күрә тере шыршы ҡуйырға теләйһегеҙ икән, уны шыршы баҙарынан һатып алыу күпкә арзанға төшәсәк. “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһындағы” Законға ярашлы, һәр бер һатып алыусы Яңы йыл тауарҙарының легаль булыуын дәлилләгән документ талап итә ала. Һатыусы һатып алыусы талабы буйынса тауар чегы йәки накладная бирергә тейеш.
Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте начальнигы Айрат Искәндәров белдереүенсә, һәр кем шыршы ағасын законһыҙ ҡырҡҡан, әҙерләгән һәм һатҡан кешеләр тураһындағы мәғлүмәтте министрлыҡтың диспетчер хеҙмәтенә 8 (347) 218-14-14 телефоны буйынса шылтыратып хәбәр итә ала.
“Экология” өҫтөнлөклө милли проектының йүнәлештәре күп. Уларҙың береһе тап “Урмандарҙы һаҡлау” тип атала. Әлеге иҫкәртеү операцияһы ла ошо проект сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Фото: Урман хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: