Милли проекттар
7 Января 2020, 08:45

Абдулла Солтановтың ауылы быға күптән лайыҡ ине!

Капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йортоноң ҡайтанан асылыуы Ҡобағош ауылы халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә Яңы йыл бүләге булғандыр.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Учалы районында йәнә бер мәҙәниәт усағы яңыртылды. Капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йортоноң ҡайтанан асылыуы Ҡобағош ауылы халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә Яңы йыл бүләге булғандыр.
Ҡобағоштар йыр-бейеүгә маһирлыҡтары, дәртле булыуҙары менән айырылып тора, данлыҡлы йырсы Абдулла Солтановтың ауылдаштары бит улар! Әммә быға тиклем клубтарының насар хәлдә булыуы иркенләп байрам саралары, концерттар ойошторорға форсат бирмәне.
Бөгөн клуб район бюджеты аҡсаһына тулыһынса төҙөкләндерелгән: бинаның ҡыйығы, фасады, тәҙрәләре, ишектәре, йылытыу һәм электр менән тәьмин итеү системаһы яңыртылған; иҙәндәре алмаштырылып, диуарҙары тигеҙләнгән һәм буялған. Тамаша залына уңайлы яңы ултырғыстар ҡуйылған, көнкүреш техникаһы, заманса аппаратура, ҡеүәтле яҡтыртҡыстар һатып алынған.
Мәҙәни усаҡтың асылыуын түҙемһеҙлек менән көткән ауыл халҡы ошо уңайҙан байрам ойошторҙо. Уларҙың шатлығын уртаҡлашырға бик күп ҡунаҡтар ҙа килде. Артистар тантанала дәртләнеп сығыш яһаны. Йәше лә, ҡарты ла, бәләкәй балалар ҙа ихлас үҙ һәләттәрен күрһәтергә тырышты.
Зауыҡ менән биҙәлгән сәхнәлә йырҙар тағы лы моңлораҡ, яңы һалынған иҙәндәрҙә тыпырлауҙар тағы ла дәртлерәк яңғырағандай тойолдо. Башҡортостандың халыҡ артисы Абдулла Солтанов та ауылдаштарына йырҙарын бүләк итте.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Учалы мәҙәниәт бүлеге сайтынан.
Читайте нас