Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Ғинуар 2020, 20:45

Кадрҙарға ҡытлыҡ әлегә ҡырҡыу

Быйыл Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауға 80 миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноласаҡ. Министр Максим Забелин тағы ниҙәр хаҡында белдерҙе?

Быйыл, "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы, Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауға 80 миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноласаҡ. Былтырғыға ҡарағанда алты миллиард һумға күберәк тигән һүҙ. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
Үткән йыл төбәктә дарыуҙар менән льготалы тәьмин итеү 28 процентҡа артты. Быйыл финанслау күләме 600 миллион һумға үҫәсәк. Хөкүмәт ҡарары менән йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына дусар сирлеләр өсөн препараттарҙы йыл әйләнәһенә биреү планлаштырыла.
Министр әйтеүенсә, төбәктә кадрҙар мәсьәләһе ҡырҡыу ҡала. Былтыр айырыуса Сибай, Стәрлетамаҡ, Белорет ҡалаларынан һәм Күгәрсен, Белорет, Бәләбәй райондарынан табиптар күпләп киткән. Республика һәм федераль программалар ярҙамында был мәсьәләләрҙе хәл итеү планлаштырыла.
#ВладимирПутин
Фото: Twitter.com
Читайте нас в