Милли проекттар
17 Января 2020, 09:00

Йөҙөнсө балалар тыуҙы!

Баҡһаң, бәләкәс Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котовтың һәм уның ҡатыны Регинаның көтөп алған улдары булып сыҡты. Тәүге ҡыҙҙарына – бер йәш тә ете ай.

Баш ҡаланың ике районында 100-сө балалар тыуған, тип хәбәр итә Дәүләт юстиция комитетының матбуғат хеҙмәте. Өфөләге Киров районының ЗАГС бүлегендә йыл башынан йөҙөнсө сабый тыуыуы теркәлгән. Кем һуң был бәхетле сабый?
Баҡһаң, бәләкәс Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котовтың һәм уның ҡатыны Регинаның көтөп алған улдары булып сыҡты. Тәүге ҡыҙҙарына – бер йәш тә ете ай.
Калинин районы ЗАГС-ында Юлия һәм Николай Поспеловтарҙың тәүге балалары йөҙөнсө булып теркәлде. Бәхетле атайға улы Михаилдың беренсе документын - тыуыу тураһындағы таныҡлығын тапшырҙылар.
”Демография” милли проектына ярашлы, илебеҙҙә тыуымды арттырыу, сабыйҙар һаулығын хәстәрләү буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Владимир Путиндың быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә ғаиләләргә социаль ярҙам буйынса мөһим саралар ҡабул ителеүе хаҡында ла хәбәрҙарбыҙ.
Фото: Дәүләт юстиция комитетының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас