Был мобиль ҡушымта былтыр апрелдә асылғайны, ошо арауыҡта халыҡтан ремонт талап иткән юл соҡор-саҡырҙарҙын күрһәткән 70 меңдән ашыу мәғлүмәт килгән. Уларҙың һаны буйынса Өфө ҡалаһы, Ҡырмыҫҡалы һәм Мишкә райондары алда бара. Был мәғлүмәттәрҙең 12 проценты федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге юлдарға, 88 проценты ихаталарҙағы соҡор-саҡырға тура килә. Граждандарҙың был ҡушымтаны ҡулланғанда килеп сыҡҡан проблемаларын иҫәпкә алып, Динар Шәрәфетдинов халыҡтан ялыу йыйған был мобиль ҡушымта менән генә сикләнеп ҡалмаҫҡа, ә юл эшмәкәрлеген тотош көйләүгә һәләтле мәғлүмәт системаһы булдырырға тәҡдим итте.