Милли проекттар
25 Января 2020, 19:44

Биатлонсылар буран һынауына бирешмәне

Башҡортостандың биатлон буйынса олимпия резервы спорт мәктәбендә республика беренселеге бара.

Башҡортостандың биатлон буйынса олимпия резервы спорт мәктәбендә республика беренселеге бара.
Сара “Мәғариф” һәм “Демография” милли проекттары паспорттарына спортты үҫтереү маҡсатында индерелгән бурыстарға ярашлы тормошҡа ашырыла.
Ярыштың беренсе көнөндә 11-17 йәштәге үҫмерҙәр стартҡа баҫты. Бәләкәстәр – 4,5, ә өлкәнерәктәр 6 километрға йүгерҙе.

Буранлы-ҡарлы көн йәш спортсылар алдына ҙур һынауҙар ҡуйҙы, шулай ҙа улар һынатманы.

Республика беренселегендә Өфө, Октябрьский, Ишембай, Белорет ҡалаларынан йәш спортсылар ҡатнаша.


Автор фотолары.
Читайте нас