Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Февраль 2020, 00:50

"31 мартҡа тиклем ваҡыт бирәм"

"Төҙөлөш сәғәте"ндә ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?

Республика Башлығы Радий Хәбиров “Тѳҙѳлѳш сәғәте” форматында сираттағы тематик кәңәшмә уҙғарҙы. Сарала социаль әһәмиәттәге объекттарҙы тѳҙѳү планы тикшерелде, шул иҫәптән милли проекттарға ярашлы эштәр ҡаралды.

Башҡортостандың Тѳҙѳлѳш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин проблемалы объекттарҙы тѳҙѳүҙе тамамлау буйынса юл картаһын бойомға ашырыу һәм ѳлѳшсѳләр менән хеҙмәттәшлек хаҡында һѳйләне. Йыл аҙағына тиклем Ѳфѳ районының “Яңы Булгаков” торлаҡ комплексында һәм 31-се йорттар йыл аҙағына тиклем әҙер буласаҡ, шулай уҡ Ѳфѳнѳң Менделеев урамындағы “һаҡаллы” тѳҙѳлѳштә - “Меркурий” комплексында эш башланған. Шулай уҡ комитет граждандарҙы намыҫһыҙ тѳҙѳүселәрҙән яҡлау йәһәтенән тѳбәктең норматив-хоҡуҡи нигеҙен камиллаштырыу буйынса закон проектын әҙерләгән.

Һәр объект буйынса хәлде ентекләп ѳйрәнеү һәм раҫлауға әҙер график тәҡдим итеү өсөн 31 мартҡа тиклем ваҡыт бирәм. Унан һуң бер ниндәй ҙә күсереүҙәр булмаҫҡа тейеш”, - тине Радий Хәбиров.

Марат Әхмәҙуллин социаль әһәмиәтле объекттарҙы тѳҙѳү планы менән таныштырҙы. Уға ярашлы, быйыл 47 бина һәм ҡоролма ҡалҡып сығырға тейеш, шул иҫәптән 27-һе - “Мәғариф” милли проектына ярашлы. Тиҙҙән Ѳфѳ районындағы Чесноковка ауылында 640 урынға тәғәйенләнгән мәктәп файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Шулай уҡ Туймазыла 260 урынлыҡ балалар баҡсаһын тѳҙѳү әүҙем бара. Республикала тағы ла 16 мәктәпкәсә учреждениеға нигеҙ һалына. Быйыл Нефтекама ҡалаһында – 1 225 һәм Ѳфѳнѳң Булгаков ауылында 825 урынға иҫәпләнгән мәктәптәр тѳҙѳлѳшѳ башлана. Уларҙы киләһе йылда тапшырырға тейештәр.

Һаулыҡ һаҡлауға ла ҡағылышлы ыңғай яңылыҡтар бар: быйыл Республика клиник онкология диспансерының яңы корпусы асыла, шулай уҡ Октябрьский ҡалаһындағы 1-се ҡала дауаханаһының хирургия блогы реконструкциянан һуң эш башлаясаҡ. Быйыл Салауат ҡалаһында яңы дауахананы сафҡа индереү планлаштырыла.

Мәҙәни мѳхит” тѳбәк проекты буйынса ѳс объект тѳҙѳлә: Сибай ҡалаһында концерт-театр берләшмәһе, Илеш районындағы Ябалаҡ ауылында социаль-мәҙәни үҙәк, Ҡариҙел районының Яугилде ауылында күп фунциялы ауыл мәҙәниәт йорто. Бѳрйәндә иһә “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплекс асыу планлаштырыла.

Физик культура һәм спорт ѳлкәһендә 12 объект барлыҡҡа киләсәк: Раевкала, Бүребайҙа һәм Шаранда физкультура һауыҡтырыу комплекстары, Ѳфѳлә, Ермолаевкала, Федоровкала һәм Аҡъярҙа бассейндар һәм Ишембайҙа - каток.

Фотолар Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Читайте нас в