Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Февраль 2020, 11:30

Быума йүтәл баш ҡалҡыта

Балағыҙ бер аҙнанан ашыу йүткерһә...

Республикала балалар араһында быума йүтәл сиренең таралыуы билдәле булды.
"Роспотребнадзор" был ауырыуҙың, нигеҙҙә, прививка яһатмаған балалар араһында асыҡланыуы хаҡында иҫкәртә. Былтыр ул ике йәшкә тиклемге сабыйҙар араһында ныҡ таралған булған - 56,2 процент.
Быума йүтәл өҙлөгөү, сирҙең ауыр формалары менән ҡурҡыныс тыуҙыра. Инфекцияның сығанағы – ауырыу кеше. Һөйләшкәндә, ҡысҡырғанда, сөскөргәндә, йүткергәндә йоғоуы ихтимал. Сирҙең тәүге билдәләре күренгәнгә тиклем 3 - 15 көн ваҡыт үтеүе мөмкин. Быума йүтәлдең бронхит, отит, пневмония менән ҡатмарлашыуы ихтимал. Бер аҙнанан ашыу йүтәлләгән баланы бактериологик йәһәттән мотлаҡ тикшереү талап ителә.
Ғөмүмән, ауырыу бала даими медицина күҙәтеүе аҫтында булырға тейеш. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, сабыйҙарҙы ваҡытында прививкалау уның сәләмәтлеге өсөн үтә мөһим процедура булып тора. Шуға күрә балаларҙың һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйырға, прививка яһатыуҙан баш тартырға ярамай.
Фото: stranamam.ru
Читайте нас в