Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Февраль 2020, 16:50

"Ҡыҙыҡлы идеялар, теләк кенә кәрәк"

Быйыл Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт тормошонда ниндәй мөһим ваҡиғалар көтөлә?

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Шаляпин залында Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте.
Кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, “Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, коллегия ағзалары, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарының социаль мәсьәлләр буйынса урынбаҫарҙары, мәҙәниәт бүлеге етәкселәре, Мәҙәниәт министрлығы аппараты белгестәре, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре һ.б. ҡатнашты.
Киңәйтелгән ултырышта уҙған 2019 йылға йомғаҡ яһалды, 2020 йылға пландар билдәләнде.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров мәҙәниәт өлкәһенең ил үҫешендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе икәнен, йәмәғәт тормошоноң, милли үҙенсәлектең нигеҙе булып тороуын билдәләне. Вице-премьер шулай уҡ үткән йылды барлап, уның төрлө сараларға, иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булыуы хаҡында һөйләне.
“Беҙҙең республиканың мәҙәни ҡеүәте юғары, ғорурланырлыҡ, бөтә донъяға күрһәтерлек ҡиммәттәребеҙ бар. Бай мәҙәни мираҫты ла һаҡлайбыҙ, замана менән дә бергә барабыҙ. Ошондай әһәмиәтле эшмәкәрлекте артабан да дауам итәсәкбеҙ, мәҙәни брендтарҙы ҡулланып, Башҡортостанды төрлө яҡлап үҫтереүгә төп иғтибарҙы йүнәлтәсәкбеҙ”, – тине Фәнүр Мөхәррәм улы.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова 2019 йыл барышындағы мәҙәни эшмәкәрлек һәм 2020 йылға ҡуйылған бурыстар хаҡында һөйләне, үткән йылдың мөһим ваҡиғаларына туҡталды. Улар – Шәйехзада Бабичҡа һәм Ғабдулла Туҡайға һәйкәлдәр асыу, Башҡорт теле, Милли кейем көндәрен дәүләт кимәлендә билдәләү, республиканың төп майҙандарының береһендә генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыу хаҡында ҡарар сығарыу, башҡорт кинематографындағы ике кинопремьера – “Беренсе республика” (режиссеры - Булат Йосопов) һәм “Һеңлекәш” (режиссеры - Александр Галибин).
“Ҙур саралар Башҡортостаныбыҙҙың имиджын нығытты, – тине Әминә Ивний ҡыҙы, – Башҡортостан мәҙәниәте көндәре һәм ситтәге һабантуйҙар ваҡытында республикабыҙҙан ҡырҙа йәшәгән ватандаштарыбыҙҙы туплау буйынса һиҙелерлек алға китеш булды”.
100 йыллығын билдәләгән Башҡортостан бер нисә ҙур мәҙәни сараның үҙәгендә, уларҙың төп ойоштороусыһы булды. “Евразия йөрәге”, “Көмөш Аҡбуҙат”, Илдар Абдразаҡовтың халыҡ-ара фестивалдәре, “Владимир Спиваков саҡыра” Бөтә Рәсәй фестивале – былар барыһы ла Башҡорт мәҙәниәте тарихында әһәмиәтле ваҡиғалар булараҡ уйылып ҡаласаҡ.
2020 йылда ла мөһим, сағыу саралар көтөлә. Башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың, беренсе башҡорт композиторы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуыуына - 125 йыл, М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт һынлы сәнғәт музейы булдырылыуға - бер быуат. Бөтә Рәсәй, донъя кимәлендә үткәреләсәк саралар – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы, йәй бар Башҡортостанды ялмап аласаҡ Бөтә донъя фольклориадаһы.
Бөйөк Еңеүгә арналған сараларҙың күбеһе генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәм Башҡорт кавалерия дивизияһының исемдәрен мәңгеләштереүгә арналасаҡ.
Шулай уҡ быйыл мәҙәниәт өлкәһендә грант һәм субсидиялар алырға теләүселәргә лә киң офоҡтар асыласаҡ.
“Һәр кемдең мөмкинлеге бар, ҡыҙыҡлы идея менән теләк кенә кәрәк”, – тине мәҙәниәт министры.
Республикала барлыҡ мәҙәни саралар "Мәҙәниәт" милли проекты бурыстарына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: