Кисә көнө буйы республикала буран булды, ныҡ итеп ҡар яуҙы. Насар һауа шарттары юлдарҙа ҡорбандарға килтерҙе. Бик ҡурҡыныс авария Өфө – Стәрлетамаҡ трассаһында Ҡырмыҫҡалы районы биләмәһендә булды, тип хәбәр иткәйнек. Унда “ДАФ” йөк автомобиле аҫтына инеп китеп, “Фолкьсваген Поло” машинаһы водителе һәм пассажиры урында йән бирҙе. Асыҡланыуынса, улар ирле-ҡатынлы булған. Ә арттарында ултырған ун йәшлек ҡыҙҙары төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
Әлеге ваҡытта ҡыҙыҡай Ауырғазы районы үҙәк дауаханаһында ята. Бөгөн уның хәле тураһында билдәле булды. Табиптар белдереүенсә, бала үтә ауыр хәлдә. Уның баш һөйәге һынған, мейеһенә зыян килгән һәм травматик шок алған. Урындағы табиптар бар көсөнә баланың ғүмере өсөн көрәшә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, насар һауа шарттарында водитель светофорҙың ҡыҙыл сигналына туҡтаған йөк машинаһын күрмәгән һәм ҙур тиҙлектә уның аҫтына барып ингән.
Нисек кенә булмаһын, республикала авариялар һәм уларҙа һәләк булғандар һанын кәметеү зарур. Был йәһәттән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаты бурыстар ҡуя. Һәләк булғандар һанын кәметергә, бының өсөн барыһын да эшләргә.
Был эштә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты ла ярҙамға килә. Быйыл республикала юлдарҙы ремонтлау, яңы светофорҙар һәм камералар ҡуйыу, термопластик һыҙаттар һыҙыу, яңы юл билдәләре ҡуйыу өсөн милли проект буйынса ғына ла 1,5 миллиард һум аҡса алыу планлаштырыла.
Шулай ҙа яуаплылыҡтың үҙебеҙҙә икәнен дә онотмайыҡ. Тиҙлекте арттырып, хәүефле дистанция һаҡламай йөрөйбөҙ икән, бер ниндәй сифатлы юл да беҙҙе ҡотҡара алмаҫ... Имен булайыҡ! Ә балаға һауығыу теләйбеҙ.