Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Экология” милли проекты ҡуйған талаптарҙың береһе – ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының тирә-яҡ мөхиткә һәм кешеләрҙең һаулығына кире тәьҫирен мөмкин тиклем кәметеү, сүп-сарҙы айырым йыйыуҙы ойоштороп, ҡайтанан эшкәртеүҙе, икенсел сеймал алыуҙы яйға һалыу.
Ошо маҡсатта Өфөлә сорттарға айырылған ҡалдыҡтарҙы тәүлек әйләнәһенә ҡабул итеүгә ҡулайлаштырылған тәүге пункт эшләй башланы. Был башланғыс “Мега” сауҙа үҙәге һәм “ИКЕА” магазины тарафынан тормошҡа ашырылған. Пункт “Мега” сауҙа үҙәгенең урам яғындағы парковкаһында урынлашҡан.
Әлегә яңы пункт ике аҙна дауамында һынау режимында эшләй, ошо арауыҡта 267 кг ҡалдыҡ йыйылған. Бында сүп-сарҙы 12 төргә бүлеп тапшырырға мөмкин: батарейкалар, лампалар, туҡыма, ҡаты пластик, быяла, ҡағыҙ, картон һәм алюмин банкалар. Икенсел сеймалдың таҙа һәм сорттарға дөрөҫ бүленгән булыуы шарт.
Яҡын киләсәктә ошоноң ише пункттар халыҡ күпләп йөрөгән һәр сауҙа комплексы янында, башҡа урындарҙа ла барлыҡҡа килер, тигән ышаныста ҡалайыҡ. Бәләкәй генә бер батарейканың ғәҙәти сүплеккә барып эләгеп, йылдар буйы әллә күпме ерҙе ағыулап ятыуы һәр кемгә мәғлүм булырға тейеш. Экология мәҙәниәтенә эйә булыу, ябай ғына ҡалдыҡтарҙы айырым йыйып, тейешле пункттарға тапшырыу ғәмәленә беҙгә әле өйрәнәһе лә өйрәнәһе...