Оҙаҡ йылдар вахтаға йөрөп эшләгән Ағиҙел ҡалаһынан Валентин Широбоков йылына дүрт ай ғына өйөндә була, ә ҡалған ғүмере ситтә уҙа. Бер мәл бындай тормош ялҡыта, тик ҡалала баш терәп барырлыҡ урын тапмай, шуға ла ул үҙ эшен асырға ҡарар итә.
Тәүәкәл ир республиканың ағасҡа бай булыуын иҫәпкә алып, мебель етештереү буйынса шәхси предприятиеһын аса. Күҙ – ҡурҡа, ҡул – эшләй, ти халыҡ мәҡәле. Валентин Широбоков та тәүҙә ҡуртымға бина ала, унда үҙе эшләгән бысҡы, ҡырҡыу һәм шымартыу станогы кеүек кәрәкле ҡорамалдарҙы урынлаштыра. Тәүге заказдар ҙа килә башлай, әммә был ғына етмәгәнен аңлағас, ул бизнес-план әҙерләп, башлаусы эшҡыуарҙар өсөн уҙғарылған муниципаль конкурста ҡатнашырға була. Ҡала округының комиссияһы эшҡыуарҙың башланғысын хуплай һәм субсидия бүлеү тураһында ыңғай ҡарар сығара. Шулай итеп, эшҡыуарға 380 мең һум аҡса бүленә: уның 316 мең һумы – республика ҡаҙнаһынан, ә ҡалған 62 мең һумы – урындағы бюджеттан.
Валентин Широбоков был ярҙам аҡсаһына мебель етештереү өсөн кәрәкле, уңайлы заманса ҡорамалдар ала. Хәҙер ул сифатлы йорт йыһаздары, ағастан евротәҙрәләр етештереүгә ныҡлап тотонорға йыйына.
Урындарҙа эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү ил Президенты Владимир Путиндың май указдарындағы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам”, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм эшҡыуарлыҡҡа ярҙам” милли проекттарын бойомға ашырыуға ла булышлыҡ итә.
Фото: БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты сайтынан