Милли проекттар
2 Марта 2020, 11:00

Рәсәйҙә – ун икенсе

Быйыл да эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә ярҙам дауам итәсәк.

Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә ауылында Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының киңәйтелгән ултырышы үтте. Уның эшендә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, башҡарма власть органдары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, бизнес-шерифтар, эшҡыуарҙар ҡатнашты.
Комитет етәксеһе Римма Бойцова үткән йылғы эш һөҙөмтәләрен барлап, былтыр республикала 468 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ берәмеге барлыҡҡа килеүен йәки уларҙың 1,8 процентҡа артыуын белдерҙе. Был йүнәлештә Башҡортостан Волга буйы федераль оругында – дүртенсе, Рәсәйҙә ун икенсе урынды биләй. Быйыл да эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә ярҙам дауам итәсәк. Инновациялы эшҡыуарлыҡ үҫеше өсөн инфраструктура булдырыу планлаштырыла.
Нуриман районы хакимиәте башлығы Азамат Носратуллин үҙенең сығышында республикала эшҡыуарлыҡҡа ҙур иғтибар бирелеүе һәм ошо юҫыҡтағы һөҙөмтәләр хаҡында бәйлән итте. Төбәк йүнселдәре лә үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, "Ҡыҙыл Шишмә" йәмғиәте һәм «GoldyKey» ҡала яны клубы етәкселәре социаль йүнәлешле бизнестең яҡшы өлгөһө булып тора, улар Ҡыҙыл Шишмә ауылын үҫтереүгә тос өлөш индерә.
Сараның пленар өлөшөнән һуң Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Римма Бойцова ауыл мәктәбе уҡыусылары өсөн асыҡ дәрес күрһәтте, коворкингҡа барҙы һәм үҙ эшен үҫтереүгә дәүләт ярҙамы алған бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән осрашты. Шулай уҡ ауылда "Минең бизнесым" мобиль үҙәге эшләне. Белгестәр Нуриман, Иглин, Бөрө райондары эшҡыуарҙарына кәңәштәр бирҙе.
Әйткәндәй, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты сиктәрендә 2024 йылға республиканың барлыҡ ҡалаларында һәм ауылдарында "Минең бизнесым" үҙәктәре асыу планлаштырыла.
Фото: БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты сайтынан.
Читайте нас