Благовещен ҡалаһындағы Балалар мәғариф технопаркын ремонтлауға урындағы бюджеттан 10 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Бинаның йылытыу һәм һыу бүлеү системаларын йүнәткәндәр, ишектәрен алыштырғандар, диуарҙарын ремонтлағандар, һурҙырғыстарҙы монтажлау бара. Хәрәкәттәре сикләнгән граждандар төркөмө өсөн электр күтәргес йыһазландырылған, биләмәнең кәртәләре һәм тротуар плитәләре алыштырылған. Бинаның тышҡы йөҙө лә яңырған. Әлеге ваҡытта эргәһендә төҙөкләндереү эштәре бара.