Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, быйыл фестивалдең үткәрелә башлауына 50 йыл тула. Сираттағы сара Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Конкурс программаһында студенттар, быйыл юғары һәм урта профессиональ уҡыу йорттарын тамамлаусылар ҡатнаша ала. “Студент яҙы-2020” программаһына “Вокал”, “Инструменттар”, Бейеү”, "Театр”, “Үҙенсәлекле жанр”, “Мода”, “Журналистика” һәм “Видео” йүнәлештәре инә.