Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Август 2020, 14:50

Тырышлыҡ һөҙөмтәһен бирә

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙә ялыуҙар кәмей.

– Бөгөн ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарға бәйле реформаның барышына ҡәнәғәтһеҙлек белдереү өсөн граждандарҙың күп мөмкинлектәре бар, әммә халыҡтан ялыуҙарҙың кәмеүе эшебеҙҙең алға барыуын раҫлай, – тине күптән түгел видеоконференцияла республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев. Ә Рәсәйҙең тәбиғәтте һаҡлау министры Дмитрий Кобылов был яңы системаға күсеүҙе “Экология” милли проектының иң ҡатмарлы өлөшө тип атаны. “Яңы система” тип тә юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул, ул – Рәсәй тарихында бығаса булмаған яңы эшмәкәрлек. Башҡортостанда ошо йәһәттән ниҙәр эшләнә?


Ташыһаң, фотоға ла төшөр


Үрҙәрәк телгә алынған видеоконференция тәртибендәге кәңәш­мәлә Башҡортостанда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса реформаны тормошҡа ашырыуҙағы проблемалар тикшерелде. Сарала ҡатнашыусыларҙың төп иғтибары быйыл йәй “ТКО-Башҡортостан” мониторингының нисек эшләүенә, ҙур үлсәмле һәм төҙөлөш ҡалдыҡтарын йыйыуҙы ойоштороуға, халыҡтың ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу буйынса социаль селтәр аша мөрәжәғәттәре һәм ялыуҙарын анализлауға йүнәлтелгәйне.


Быйыл август башына ҡарата, мәҫәлән, төбәк операторҙары ҡал­дыҡтар ташыуҙың 98 процентын фототеркәү менән тәьмин итеүгә өлгәште, йәғни ташыу барышын һәм ҡалдыҡтар ятҡан урындың таҙалығын хәҙер фотоға төшөрөп алалар, был отчет өсөн кәрәк. Республиканың Тәбиғәттән файҙа­ланыу һәм экология министрлығы контейнер майҙансыҡтарының фотоһүрәттәре системаға ҡулдан урынлаштырыу мөмкинлеген бул­дырҙы һәм уның сифатын яҡшыр­тыу өҫтөндә даими эш алып бара. Бөгөнгә барлыҡ 63 муниципаль берәмектең дә ошо йүнәлештәге эшмәкәрлеге тикшерелгән. Ә был иһә 28 мең майҙансыҡ тигән һүҙ. Яңыртыла барған фотоматериал­дарҙың 96 процентының сифаты ҡәнәғәтләнерлек тип табылған.


Ҙур күләмле ҡалдыҡтарҙы һәм төҙөлөш материалдарын йыйыш­тырыуға килгәндә, был ваҡ сүп-сарҙы ташыуға ҡарағанда ҡыйы­ныраҡ, әлбиттә. Ошо йәһәттән министрлыҡ айырым методик тәҡдимдәр әҙерләгән, әле улар Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса, Төҙө­лөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеттарында раҫлау үтә. Билдәле булыуынса, торлаҡты капиталь ремонтлауҙан ҡалған төҙөлөш сүп-сары ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар иҫәбенә инмәй, шуға күрә төбәк операторҙарының да яуаплылыҡ өлкәһенә ҡарамай.


Төҙөлөш ҡалдыҡтарын улар барлыҡҡа килгән һәм һаҡланған урындан ташыу – ошо ҡалдыҡтар хужаларының (милекселәрҙең) бурысы. Был эште йә улар үҙҙәре, йә транспорт ойошмалары менән килешеү нигеҙендә башҡарырға тейеш.


Августың тәүге яртыһында ха­лыҡ­тың ҡаты коммуналь ҡалдыҡ­тарҙы сығарыуға ҡарата социаль селтәр аша ялыуҙары 30 проценттан ашыуға кәмегән.


– Был – беҙҙең эштең сифат күр­һәткесе, ҡаты коммуналь ҡал­дыҡ­тар менән эш итеү даирә­һен­дәге тырышлығыбыҙ дөрөҫ юлдан барһын өсөн бөтә сараларҙы күрергә тейешбеҙ, шул саҡта мөрәжәғәттәр статистикаһы ла беҙҙе шатландырасаҡ, – тине Борис Беляев.


Тәүҙә эшләргә өйрәнһендәр


Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһы буйынса республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров алып барған сираттағы кәңәшмәлә төбәк операторҙарының эшенә баһа бирелде. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазыловтың сығышынан күренеүенсә, 281 контейнер май­ҙансығынан отчет ҡуйылмай. “Автоматик система эшләй, ләкин ҡайһы бер муниципаль берә­мектәрҙә эш үҙ ваҡытында баш­ҡарылмай, беҙҙең министрлыҡ биргән тәҡдимдәр иғтибарға алынмай”, – тине министр урынбаҫары.


Андрей Назаров тиҙ арала бөтә ҡыҙыҡһынған яҡтарға эштең сифатын яҡшыртыу һәм “ТКО-Башҡортостан” системаһына тейешле мәғлүмәттәр индереү мәсьә­ләләрен хәл итергә ҡушты.


– Фототеркәү осраҡтарын 100 процентҡа еткереү генә етмәй, ҡалдыҡтар ташыу буйынса алынған йөкләмәләрҙе лә тейешенсә үтәргә кәрәк, – тине беренсе вице-премьер. – Был саҡта тарифтарҙы арттырыу тураһында ниндәй һүҙ булыуы мөмкин? Төбәк операторҙары тейешенсә эшләргә өйрәнмәй тороп, был мәсьәлә тикшерелмәйәсәк тә.


Ошо уҡ кәңәшмәлә федераль ҡаҙнанан төбәк операторҙарына халыҡҡа ҡаты коммуналь ҡал­дыҡтар менән эш итеү буйынса хеҙмәт күрһәтеүгә субсидия биреү мәсьәләһе лә ҡаралды. “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса комплекслы система” федераль проекты нигеҙендә Баш­ҡортостанға 341 миллион һум бүленгән. Субсидияның маҡсаты – төбәк операторҙарының халыҡты коммуналь хеҙмәтләндереүгә сы­ғым­дарының бер өлөшөн ҡаплау, сөнки коронавирус инфекцияһы шарттарында был сығымдар арта төшкән.


Бынан тыш, кәңәшмәлә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигондарында контроль булдырыу һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен күҙәтеү мәсьәләләре лә тикшерелде. Әле республикабыҙ биләмә­һендә ҡалдыҡтар туплау буйынса дәүләт объекттары исемлегенә индерелгән 34 полигон бар. Андрей Назаров был мәсьәләне ентекләп өйрәнергә ҡушты һәм янғын хә­үефһеҙлегенең, шулай уҡ санитар ҡағиҙәләрҙең сираттағы кәңәш­мәләрҙең береһендә тикшерелә­сәген белдерҙе. Был талаптар беренсе сиратта полигон хужаларына һәм был майҙансыҡтарҙы ҡуртымға алғандарға ҡағыла.

Рөхсәтһеҙ сүп өйөмдәре булмаясаҡ


Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев күптән түгел Баймаҡ районында ҡаты коммуналь ҡал­дыҡтар менән эш итеү буйынса реформаның тормошҡа ашырылыуына арналған күсмә кәңәшмә үткәргәйне. Унда ошо районда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса комплекс төҙө­лөшөнөң проекты ла ҡаралды.


Сарала шулай уҡ “Экология” милли проектының “Таҙа ил” төбәк проектын тормошҡа ашырыу тураһында ла һүҙ барҙы. Мәҫәлән, уға ярашлы Баймаҡ ҡалаһы биләмәһендәге рөхсәтһеҙ сүп-сар йыйыу урыны юҡҡа сығарыласаҡ. Бынан тыш, 2024 йылға саҡлы Дәүләкән, Благовещен, Күмертау, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалала­рындағы рөхсәтһеҙ сүплектәр ҙә бөтөрөләсәк.


Сүптең дә була төрлөһө


Яҡын арала Туймазы, Дәүләкән һәм Бәләбәй райондарында сүпте сортҡа айырыу комплекстары барлыҡҡа киләсәк. Туймазыла уны ошо йылдың аҙағында уҡ эшләтә башларға ниәтләйҙәр. Был объект йылына 100 тонна ҡалдыҡ эшкәр­теүгә иҫәпләнгән. Ул “Гөрһөлдәк” һәм “Шредер” исемле яңы системалар менән йыһазландырыласаҡ. Тәүгеһе сүп-сарҙан эшкәртеп була торған өлөштәрҙе – органиканы – айыра, икенсеһе ҙур үлсәмле ҡалдыҡтарҙы ваҡлай.


Дәүләкәндә төҙөләсәк комплекс йылына 40 мең тоннаға тиклем етештереүсәнлеккә иҫәпләнгән. Был ҡорамалдарҙың проект-смета документтары әле дәүләт экспер­тизаһы үтә.


– Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү даирәһе бөгөн ҙур үҙгәрештәр кисерә, – ти тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов. – Инвестиция йәлеп ителә, яңы технологиялар әүҙем үҙләштерелә. Төбәктә ҡаты коммуналь ҡалдыҡ­тар менән эш итеү инфраструк­тураһының үҫеше полигонға эләк­кән ҡалдыҡтар күләмен кәметеп кенә ҡалмаясаҡ, ә экологияны ла яҡшыртасаҡ, муниципалитеттарҙа өҫтәмә эш урындары ла булды­расаҡ.


Өс яҡтан кәртәләргә, ҡаты япма түшәргә


Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынба­ҫары Андрей Назаров күптән түгел видеоконференция тәртибендә уҙғарылған кәңәшмәлә 1 сентябргә саҡлы республикала кәртәләнмәгән һәм ҡаты япма түшәлмәгән контейнер майҙансыҡтары ҡалмаҫҡа тейешлеген белдерҙе.


Бының өсөн ул ике аҙна эсендә бөтә майҙансыҡтарға тикшереү үткәрергә ҡушты. Был уларҙағы төҙөкләндереү эшен контролдә тотоу өсөн кәрәк.


Кәңәшмәлә шулай уҡ халыҡтың ял урындарын ҡалдыҡтарҙан азат итеү мәсьәләһе лә тикшерелде. Күп кенә йылға һәм күл буйҙа­рында, урманда ял иткән ҡайһы бер кешеләрҙең үҙ артынан йыйыштыра белмәүе һис тә сер түгел, был етешһеҙлекте бөтөрөү күптән инде заман талабына әүерелгән.


– Әгәр ҙә ике аҙна эсендә ял урындарының бысраҡ хәлдә булыуы тураһында ялыуҙар күбәйһә, урындағы етәкселәрҙе лә, төбәк операторҙарын да алмашты­расаҡбыҙ, беҙ был хәлде тыныс ҡына күҙәтеп ултырырға йыйын­майбыҙ, – тине Андрей Назаров.



Читайте нас: