Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Июль 2021, 15:00

Ағиҙелгә ун мең уҡ балыҡ селбәрәһе ебәргәндәр

"ПОЛИЭФ" алтынсы йыл рәттән Ағиҙел йылғаһына балыҡ ебәрә. Быйыл 10 мең селбәрә алғандар. 

Ағиҙелгә ун мең уҡ балыҡ селбәрәһе ебәргәндәр
Ағиҙелгә ун мең уҡ балыҡ селбәрәһе ебәргәндәр

Ошо көндәрҙә республиканың иң эре предприятиеларының береһе ПОЛИЭФ Ағиҙел йылғаһына ун мең уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрҙе. Сара "Росрыболовство" идаралығы, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре ҡатнашлығында үтте.

- ПОЛИЭФ алтынсы йыл рәттән Ағиҙел йылғаһына балыҡ ебәрә. Быйыл 10 мең селбәрә алдыҡ. Быға тиклем Бөрө ҡалаһы эргәһендәге ҡултыҡта, тымыҡ урында селбәрәләрҙе ебәрә инек, быйыл иһә белгестәр менән кәңәшләшеп, Благовещен ҡалаһы эргәһендә балыҡты һыуға төшөрҙөк, - ти ойошманың сәнәғәт хәүефһеҙлеге, экология һәм хеҙмәтте һаҡлау идаралығы етәксеһе Эдуард Ғиләжев.

Уҡбалыҡ селбәрәләрен йылға буйына махсус контейнерҙар менән йыһазландырылған машинала алып киләләр. Был контейнерҙарҙа балыҡ үҙен һәйбәт тойһон өсөн температура көйләнә, кислород фильтрҙары эшләй. Һәр селбәрәнең уртаса ауырлығы 3 грамм тәшкил итә. Тап ошо ваҡытта сығарылған селбәрәләр тәбиғи шарттарға тиҙ яраҡлашып китә.

Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә үткәрелә.

Йыл башынан республика йылғаларына 50 меңдән ашыу селбәрә ебәрелгән.

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Сығанаҡ:  https://ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/382730/

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: