Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Октябрь 2021, 19:45

Нефтекама заводы хеҙмәттәшлекте киңәйтә

"Ул “Нефтекама” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты булып тора. Инвестиция проекты күсмә биналар етештереү күләмен арттырыуҙы күҙаллай".

Нефтекама заводы хеҙмәттәшлекте киңәйтә
Нефтекама заводы хеҙмәттәшлекте киңәйтә

Быйыл сентябрь аҙағында төбәк Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Ҡаҙағстанға рәсми сәфәр ҡылғайны. Республика Башлығы унда Башҡортостандың инвестиция, иҡтисади һәм экспорт ҡеүәте менән таныштырҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекттарына, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы”, “Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекттарына ярашлы, “Нефтекама күсмә биналар заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Ҡаҙағстан Республикаһында Халыҡ-ара күп тармаҡлы бизнес-миссияһында ҡатнашты. Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге белгестәре Ҡаҙағстан контрагенттары менән һөҙөмтәле осрашыу ойошторҙо. Нефтекама хакимиәтенән белдереүҙәренсә, сәфәрҙә ҡала эшҡыуары Нефтекама күсмә биналар заводы продукцияһын Ҡаҙағстан Республикаһында һатыу өсөн дилер тәғәйенләү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

"Нефтекама күсмә биналар заводы 2020 йылдың 24 авгусынан “Нефтекама” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты булып тора. Инвестиция проекты күсмә биналар етештереү күләмен арттырыуҙы күҙаллай. Предприятие 6,5 миллион һум инвестиция йүнәлткән һәм 16 эш урыны булдырған", – тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Лилиә Петрова.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: