Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Октябрь 2021, 10:30

Булгаков – Боҙаяҙ юлы яҡшырҙы

“Башкиравтодор” быйыл дөйөм оҙонлоғо 50 километр булған 21 участканы төҙөкләндерә.

Булгаков – Боҙаяҙ юлы яҡшырҙы
Булгаков – Боҙаяҙ юлы яҡшырҙы

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ҡырмыҫҡалы районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты аҡсаһына “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте биш километрлыҡ Булгаков – Боҙаяҙ автомобиль юлын тулыһынса төҙөкләндерҙе. Килешеүҙең хаҡы 58,3 миллион һум тәшкил итә.

Был участкала юл япмаһын һалғанда һалҡын ресайклинг технологияһы ҡулланылған. “Юл хужалығында яңы технологияларҙы ҡулланыу һөҙөмтәһендә япма сифаты яҡшыра, ремонттар араһындағы ваҡыт һәм юлды файҙаланыу срогы арта”, – тине транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Ҡырмыҫҡалы юл ремонтлау-төҙөү идаралығы юлсылары өҫкө асфальт-бетон япмаһын түшәгән, юл ситен тигеҙләгән. Төп эш тамамланғандан һуң, юл билдәләре ҡуйылған, тамғалар һалынған.

Мәғлүм булыуынса, “Башкиравтодор” йәмғиәте быйыл, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, дөйөм оҙонлоғо 50 километрҙан ашыу тәшкил иткән 21 участканы төҙөкләндерә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: https://transport.bashkortostan.ru/presscenter/news/403168/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/167355

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: