Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Декабрь 2021, 15:45

Ике хеҙмәт электрон күрһәтелә

Улар дәүләт мөлкәтен ҡуртымға һәм түләүһеҙ файҙаланыуға биреүгә ҡағыла.

Ике хеҙмәт электрон күрһәтелә
Ике хеҙмәт электрон күрһәтелә

Башҡортостандағы Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала тормош сифатын һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге өсөн шарттарҙы яҡшыртыу маҡсатында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон төргә күсереү буйынса әүҙем эш дауам итә.

Әле тағы ла ике хеҙмәт электрон күрһәтелә башланы. Улар Башҡортостан ҡаҙнаһына ингән дәүләт мөлкәтен, ҡуртымға йәки конкурстар һәм аукциондар үткәрмәйенсә, ошондай милекте түләүһеҙ файҙаланыуға биреүгә ҡағыла.

– Хеҙмәттәр республика ведомстволары кимәлендә күрһәтелә, шуға күрә республиканың Дәүләт хеҙмәттәре порталында урынлаштырылған. Файҙаланыусыға тейешле ғаризаны тултырып, ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе өҫтәргә генә ҡала. Артабан ғаризаны порталдағы шәхси кабинетҡа инеп, күҙәтергә мөмкин, – тине дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.

Әйткәндәй, хеҙмәтте, административ регламентҡа ярашлы, Башҡортостандың Ҡаҙна мөлкәте идаралығы күрһәтә. Министр урынбаҫары билдәләүенсә, электрон хеҙмәттәрҙән ойошмалар ҙа, шәхси эшҡыуарҙар ҙа әүҙем файҙалана. Һуңғы ике аҙнала ғына 21 ғариза килгән.

Мәғлүм булыуынса, дәүләт хеҙмәттәрен электрон төргә күсереү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” (“Цифровая экономика”) милли проекты бурыстарын үтәүгә һәм маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/187632

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/187632

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: