“Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты сиктәрендә, 17 февралдә Саҡмағош районының “Беҙ бергә!” ирекмәндәр хәрәкәте ирекмәндәре ”Ҡар десанты” акцияһын ойошторҙо.
Көслө ҡар яуыуы район халҡы өсөн, айырыуса өлкән йәштәгеләргә ауыр һынау булды. Билдәле, ҡайһы бер пенсионерҙарға хәрәкәт итеүе былай ҙа еңел түгел, ә ҡар яуғандан һуң өйҙән сығыу бөтөнләй ауырға төшә. Шуға күрә ирекмәндәрҙең бындай булышлығы – өлкән быуын кешеләренә баһалап бөткөһөҙ ҙур ярҙам. Акция барышында йәштәр аҙ хәрәкәт иткән граждандарға йорт яны биләмәләрен ҡарҙан таҙартыуҙа ярҙам күрһәтте.
“Акцияның маҡсаты йәш быуында изге эштәр ҡылырға ынтылыу теләген тәрбиәләү, яңғыҙ пенсионерҙарҙың йорттарына юлдарҙы, ҡар өйөмдәрен таҙартыу ине”, – тине Йәштәр үҙәге учреждениеһының өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы Юлиә Хәкимова.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Саҡмағош районы хакимиәте.