Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Март 2022, 10:30

Балалар залы асылған

Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылындағы модель китапханала балалар залы асылған.

Балалар залы асылған
Балалар залы асылған

Ул ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) сиктәрендә булдырылған балалар залында уйын, уҡыу, ижади үҫеш зоналары бар. Сағыу йыһаздар, уңайлы ҡорамалдар, уйынсыҡтар, балалар журналдары һәм китаптары булған урын балаларға бик оҡшай.

Әйткәндәй, бындағы ҡорамалдар –  күп функциялы уйын өҫтәле, бизибордтар, телевизор, интерактив ҡом майҙансығы һәм башҡалар – барлыҡ заман талаптарына яуап бирә, ваҡытты файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үткәреүгә булышлыҡ итә.

Балалар китапханала үткәрелгән сараларҙа  теләп ҡатнаша, уларға бигерәк тә квест, викторина, конкурстар, әкиәт уҡыу, минидискотекалар оҡшай. Китапханала оҙайлы көн программаһы ла эшләй.

Подиум (минисәхнә) иһә йырларға, бейергә, шиғыр һөйләргә яратҡан  талантлы балаларҙы йыя. Унан тыш, балалар китапханалағы махсус залда мәшғүл булғансы, ата-әсәләре икенсе залдарҙа үҙ эштәрен теүәлләй ала.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: culture.bashkortostan.ru

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: