Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының "Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты нигеҙендә фермерҙарға, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәренә бар яҡлап ярҙам күрһәтелә.
Өфөнән тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан фермер Рифғәт Ураҙмәтов һарыҡ үрсетеү менән 2008 йылдан алып шөғөлләнә. Тәүҙә Романов тоҡомло ваҡ мал тәрбиәләп, уларҙың һанын арттырыуға өлгәшә. Ләкин һуңғы бер нисә йыл эшҡыуар итле тоҡомло катум һарыҡтарын үрсетеүгә тотона. Әле уларҙың өсөнсө быуын бәрәстәре тыуа.
Тәүге катум һарыҡтары өс йыл элек Ленинград өлкәһенән килтерелә. Ваҡ малдарҙың был төрө башҡаларынан сифатлы ите менән айырылып тора. Романов тоҡомонан тулыһынса катумға күсеү өсөн хужалыҡта ентекле эш алып барыла. Һәр малға үҙ номеры бирелә, бар мәғлүмәт системала теркәлә.
Былтыр көҙ крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә һарыҡтарҙы үрсетеү буйынса проект менән сығыш яһай. Атап әйткәндә, ваҡ малға аҙбар төҙөү өсөн әле эшләп килгән хужалыҡ эргәһендә ер алыу мәсьәләһе килеп тыуа. Благовар районы хакимиәте участка бүлеү һорауын ыңғай хәл итә. Ярты йыл эсендә 1400 квадрат метрлы аҙбар төҙөлөп сафҡа инә.
Һарыҡтарҙан тыш крәҫтиән (фермер) хужалығында 150 баш эре мөгөҙлө һәм 30 йылҡы малы аҫрала. Бынан тыш, үҫемлекселек йүнәлеше лә уңышлы алып барыла. Бер мең гектар ерҙә мал аҙығы әҙерләнә. Яҡын киләсәктә Рифғәт Ураҙмәтов тулыһынса яңы тоҡом һарыҡтарҙы аҫрауға күсмәксе. Улар өсөн ҙур комплекс төҙөү, заманса ҡоролмалар һатып алыу ҡаралған.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото: stroy-podskazka.ru
#сделановРоссии #сделановБашкортостане #знайнаших #покупайнаше#нацпроектыБашкортостан