Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Апрель 2022, 12:15

Күптән көтөлгән рояль

“Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә алынған музыка ҡоралдары – йәш таланттарға оло бүләк

Күптән көтөлгән рояль
Күптән көтөлгән рояль

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Мәҙәниәт" милли проектының (национальный проект "Культура") “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә 2022 йылда республиканың 17 балалар сәнғәт мәктәбе өсөн 87 млн һум аҡса бүленде. Проект ярҙамында Дыуан районы Мәсәғүт музыка мәктәбе күптән көтөлгән рояль, дүрт пианино, биш баян, ике аккордеон, өс думбыра алды. Интерактив йыйылмалар, ноутбуктар, тауыш һәм акустика системалары һ.б. ҡоролмалар килә башланы. Улар менән Иркутск, Мәскәү, Түбәнге Тагил, Чайковский ҡалалары тәьмин итә. “Бындай оло бүләктең йәш быуында музыкаға һөйөү тәрбиәләүҙә әһәмиәте бик ҙур. Балалар яңы музыка ҡоралдарында ихлас шөғөлләнә, педагогтар ҙа бик ҡәнәғәт", – ти мәктәп директоры Эллада Феденева.  

"Мәҙәниәт" милли проекты 2024 йылға тиклем бойомға ашырыла. Ошо ваҡыт арауығында яңы музыка ҡоралдары һәм ҡоролмалары менән 2 меңгә яҡын белем биреү учреждениелары – музыка колледждары, училищелары һәм балалар сәнғәт мәктәптәре тулыландырыласаҡ.

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: https://vk.com/minkultury_rb

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: