Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Апрель 2022, 14:15

Туғыҙ хеҙмәт электрон күрһәтелә

Дәүләт хеҙмәттәрен электрон форматҡа күсереү дәүләт идаралығын һанлаштырыу принциптарының береһен тәшкил итә.

Туғыҙ хеҙмәт электрон күрһәтелә
Туғыҙ хеҙмәт электрон күрһәтелә

Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала граждандар бынан ары опека һәм попечителлек менән бәйле документтарҙы электрон тәртиптә тултырыу мөмкинлегенә эйә. Бының өсөн урындағы хакимиәттәр тарафынан күрһәтелгән туғыҙ муниципаль хеҙмәт Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы онлайн-версияға күсерелгән.

Хәҙер түбәндәге хеҙмәттәрҙән электрон файҙаланырға була:

1) бәлиғ булмаған кеше менән хеҙмәт килешеүен төҙөүгә ризалыҡ йәки рөхсәт биреү;

2) бәлки булмаған кешене тулыһынса юридик һәләтһеҙ тип иғлан итеү;

3) ата-әсәләрҙең (законлы вәкилдәрҙең) бәлиғ булмаған (попечителдәге) өсөнсө берәмектәр исеменән ғариза тултырыуға алдан рөхсәт биреү;

4) ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға граждандың опекун, попечитель, уллыҡҡа алыусы, тәрбиәгә бала алыусы ата-әсә, патронат тәрбиәсе булыу мөмкинлеге тураһында һығымта биреү;

5) ата-әсәгә балаларҙы яҡын туғандары менән аралашыуын тыймау бурысын йөкмәтеү тураһындағы ҡарарҙы тапшырыу;

6) 16 йәше тулған бәлиғ булмағандарға никахҡа инеүгә рөхсәт биреү;

7) етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы белем биреү эшмәкәрлеген алып барған бер ойошманан икенсеһенә күсереүгә рөхсәт биреү;

8) ҡуртымға алыусылар йәки улаҙың ғаилә ағзалары тарафынан социаль яллау килешеүе буйынса йәиһә милекселәре етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар булған торлаҡҡа ремонт яһау;

9) етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың, улар иҫәбендәге кешеләрҙең бушлай юл йөрөүе менән тәьмин итеү.

Дәүләт хеҙмәттәрен электрон форматҡа күсереү дәүләт идаралығын һанлаштырыу принциптарының береһен тәшкил итә һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Рәсәйҙең һанлы иҡтисады” милли проекты (национальный проект “Цифровая экономика России”) ҡуйған төп бурыстар иҫәбенә инә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: it.bashkortostan.ru/presscenter/news/446333/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/246024

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: